Яңылыҡтар
7 Января 2021, 18:12

Ағиҙел аръяғында ҙур төҙөлөш башлайҙар

/

2021 йылда Өфөнөң Ағиҙел аръяғында дүрт инфраструктура объектын төҙөү планлаштырыла. Төҙөлөштәрҙе 2023 йылда тамамларға ниәтләйҙәр.
Ошо маҡсатҡа Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектынаң “Торлаҡ” федераль проектына ингән “Торлаҡ төҙөлөшөн дәртләндереү” ярҙамсы программаһына ярашлы алынған федераль аҡса йүнәлтеләсәк. 2021 – 2024 йылдарҙа республика Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының ғаризаһы буйынса 8,5 миллиард һум аласаҡ.
Был аҡсаға шулай уҡ Стәрлетамаҡта һәм Нефтекамала юл, башҡа ҡалаларҙа инженерлыҡ инфраструктураһы объекттары һалыу ҡарала.
Өфөнөң Ағиҙел аръяғы – Затон һәм Дим артында әүҙем төҙөлөш барған биләмә. Киләсәктә бында 2,4 миллион квадрат метр торлаҡ һалыныуы ихтимал. Күптән түгел республика Хөкүмәтендә ошо биләмәгә электр, газ, йылылыҡ, һыу селтәре үткәреү мәсьәләһе лә тикшерелгәйне.
Фото: bashinform.ru
Автор: Лилия Давлетбакова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/A-i-el-arya-inda-ur-t--l-sh-bashlay-ar-623439/
Читайте нас