– Күптән түгел район 90 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Хәйбуллаларҙың фиҙакәр хеҙмәте һәм республика ярҙамы һөҙөмтәһендә төбәк ныҡлы үҫешә. Ошо дәүерҙә район ҙур һәм данлы юл үтте. Беҙ тыуған төйәгебеҙ, уның тарихы, яҡташтарыбыҙҙың ҡаһарманлығы, бер нисә быуын хеҙмәтсәндәренең геройҙарса хеҙмәте, йәнтөйәгебеҙҙең данын күтәргән кешеләр менән хаҡлы ғорурланабыҙ.
Районыбыҙҙа эшһөйәр халыҡ йәшәй. Улар тәбиғәттең ҡырыҫлығына ҡарамай, элек-электән ауыл хужалығы менән шөғөлләнә. Бары тик беҙҙә генә юғары сортлы ҡаты бойҙай үҫә. Йылдың ауыр килеүенә ҡарамаҫтан, аграрийҙар иген культураларынан 70 мең тонна уңыш йыйып алыуға өлгәште. Райондың иң ҡеүәтле фермер хужалығы етәксеһе, Подольск ауылы эшҡыуары Николай Власенко агросәнәғәт комплексы һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан республика Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан Салауат Юлаев орденын алды, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров “И.Ф. Ғәлин” крәҫтиән (фермер) хужалығының иген йыйыу комбайны операторы Наил Дәүләтшинға “Лада-Нива” автомобиле асҡысын тапшырҙы.
Далаларҙың киңлеге хәйбуллаларға ла күскән: киң күңелле, йомарт, иҫ киткес ҡунаҡсыл, дәртле, эш һөйөүсән, тура һүҙле, сәмлеләр. Улар гөрләтеп донъя көтә, балалар үҫтерә, күпләп мал, ҡош-ҡорт үрсетә. Район етәкселеге халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыу, ауылдарҙың социаль инфраструктураһын үҫтереү, эшһеҙлекте бөтөрөү маҡсатында төрлө саралар күрә, бихисап программаларҙы ғәмәлгә ашыра. Бигерәк тә һуңғы йылдарҙа ауыл халҡы ҙур теләк менән ҡатнашҡан “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы күпселек проблемаларҙы хәл итеүгә ярҙамлаша. Быйыл был программала бөтәһе алты ауыл биләмәһе ҡатнашҡан, проекттарҙың дөйөм хаҡы – 4,5 миллион һум.
Хәйбулла районы – иң күп тау предприятиелары урынлашҡан төбәктәрҙең береһе лә. Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты һәм “Башҡорт баҡыры” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре иҡтисади үҫешкә тос өлөш индерә. Бөгөн район төҙөлөш майҙанын хәтерләтә: яңы социаль объекттар сафҡа инә, һыу селтәрҙәре яңыртыла, газ үткәрелә, юлдар төҙөкләндерелә.
Райондың күркәм юбилейын бик ҙурлап үткәрергә теләк бар ине, әммә коронавирусҡа бәйле хәл киҫкен булғанлыҡтан, байтаҡ саралар кисектерелде, күп вәкилдәр саҡырылманы. Шулай ҙа эпидемиологик хәлде иҫәпкә алып, һаҡланыу сараларын ҡулланып, 90 йыллыҡ билдәләнде. Артабан да инфраструктураны үҫтереүгә, иҡтисади мөмкинлектәрҙе арттырыуға, төҙөкләндереү мәсьәләләрен хәл итеүгә, хәйбуллаларҙың көнкүреш кимәлен күтәреүгә йүнәлтелгән башҡараһы эш бихисап.
Шулай уҡ районда муниципалитет башлыҡтары һәм башҡарма власть ҡатнашлығында семинар үтте. Төрлө район етәкселәре йыйылған сарала республика Башлығы Радий Хәбиров та сығыш яһаны, беҙҙең төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә ҙур баһа бирҙе, уның мөмкинлектәрен барланы.
Хәйбулла районының 90 йыллыҡ юбилейына арнап “Башҡорт энциклопедияһы” ғилми-нәшриәт комплексы – автономлы дәүләт учреждениеһы менән берлектә ”Юбилейҙы ҡаршылап. Хәйбулла районына – 90 йыл” исемле фотоальбом сығарҙыҡ. Райондың һуңғы йылдарҙағы үҫеше, халҡыбыҙҙың нисек йәшәүе, төбәктең социаль-иҡтисади хәле, мәҙәни, спорт, һаулыҡ һаҡлау һәм башҡа бик күп тармаҡтарҙың эшмәкәрлеге менән фотоһүрәттәр аша танышырға мөмкин. Был йыйынтыҡ Хәйбулланың һәр кешеһе өсөн иң ҙур бүләктер, тип уйлайым, сөнки унда һәр ғаиләнең иҫтәлеге, хәтере һәм ғорурлығы булырлыҡ мәғлүмәт бар.