Билдәле ҡурайсы, йыраусы Дәүләтҡәле Әхмәтгәрәй улы Хәсәнов 1895 йылдың 15 июнендә хәҙерге Хәйбулла районы Әбеш ауылында тыуған. Атаһы Әхмәтгәрәй һәм әсәһе Зарифа – бик егәрле, уңған, тырыш, йүнсел кеше булалар. Дәүләтҡәле Хәсәнов бала саҡтан уҡ, ҡурай моңон, халыҡ йырҙарын тыңлап, күңеленә һеңдереп үҫә. Халыҡсан, моңло итеп ҡурайҙа уйнарға өйрәнә, йылдан-йыл камиллаша, оҫтара барып, ауылдаштарының, халыҡтың иң яратҡан үҙенсәлекле ҡурайсыһына, йырсыһына, күптәрҙең остазына әүерелә.
Дәүләтҡәле Хәсәнов – Беренсе донья һуғышы ҡатнашыусыһы. Ул 1914-1918 йылдарҙа хеҙмәт итә. «Ошо һуғыш осоронда ҡартатайым дошмандарҙың танкыһынан үҙенә еҙ ҡурай эшләп ала, үкенескә күрә, бөгөнгө көнгә тиклем, ул ҡомартҡыны һаҡлай алманыҡ», – тип үҙенең үкенестәрен белдерә Мәмбәт ауылында йәшәгән ейәнсәре Розалиә Рәхмәтова. Һуғыштан һуң, тормош иптәше менән бергә, Дәүләтҡәле Хәсәнов 13 сабыйға ғүмер бирәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы уларҙың тик икәүһе генә оҙон ғүмерле була, ҡалғандары сабый саҡта уҡ вафат булалар. Бар ата-әсә наҙын, һөйөүен, иҫән ҡалған балалары: улдары Миңлеғәлегә, ҡыҙҙары Раҡыяға бирәләр. Үҙҙәре кеүек үк аҡыллы, сабырлы, егәрле, эшһөйәр балалар тәрбиәләүгә ирешәләр. Әле булһа ла, ейәне Хәсән, бүләһе Арыҫлан ҡартаталарының исемен оло ғорурлыҡ, һоҡланыу менән иҫкә алалар. Уларҙың ғаиләләрендә тик үҙ телебеҙҙә – башҡорт телендә аралашалар, башҡорт халыҡ йырҙарын, ҡобайырҙарын өйрәнәләр, ҡумбыҙҙа, ҡурайҙа, думбырала уйнау серҙәренә төшөнәләр. Иҫ киткес, һоҡланғыс, күптәргә үрнәк булырлыҡ ғаилә!
Билдәле шәхес, оло талант эйәһе Дәүләтҡәле Хәсәновтың исеме – үлемһеҙ. 2004 йылдан Хәйбулла районында Дәүләтҡәле Хәсәнов исеменә өлкән ҡурайсылар араһында төбәк ҡурайсылар бәйгеһе үткәрелә. Унда Хәйбулла, Ейәнсура, Әбйәлил, Йылайыр, Күгәрсен, Баймаҡ райондары һәм Баймаҡ, Сибай ҡалалары ҡурайсылары һәм ансамбелдәре көс һынаша. Бәйге ике йылға бер тапҡыр үткәрелеп, йылдан-йыл үҙенең географияһын һәм бәҫен күтәрә бара. Быға Ырымбур өлкәһендә йәшәгән, шундай көслө рухлы, халҡын, телен ныҡ яратыусы, башҡорт моңон, йырын үҙ итеүсе, татыу, берҙәм ғаилә – Хәсәновтарҙың ғаиләһенең дә ҡатнашыуы, бағымсылыҡ итеүе, район менән тығыҙ бәйләнештә йәшәүе, ҙур булышлыҡ итә. Был ғаилә Дәүләтҡәле Хәсәновтың бер бөртөк улы Миңлеғәленең ғаиләһе.
Дәүләтҡәле Хәсәнов билдәле башҡарыусы, башҡорт халыҡ йырҙарын, уларҙың легендаһын, тарихын яҡшы белеүсе булып бик күптәрҙең хәтерендә ҡалған. Унын репертуарында «Аҡ яурын сал бөркөт», «Дим буйы бүртә ат», «Ҡаҙанды алған марш», «Йәнтилә ҡашҡа», «Наполеон Бонапарт» көйҙәре, «Муса Мортазин» маршы ныҡлы урын алған. 1967 йылда ғалим С.А.Галин тарафынан яҙҙырылған «Алыҫтарҙан ялтырап күренеп ята…», «Йәмәлекәй тауҙың көн битендә», «Урал», «Бүгәс менән Салауат», «Батыр егет», «Туп-туп итеп баҫҡан…», «Яҡшы ғына атҡа», «Көмөш йөҙөк» башҡорт халыҡ йырҙары 1974 йылда сығарылған беренсе «Йырҙар» китабына индерелгән. Дәүләтҡәле Хәсәнов башҡарыуында «Бәзиха», «Кәмәлек», «Мәғри», «Силәбе» башҡорт халыҡ йырҙарын, күренекле шәхес, ҡурайсы, ғалим Юлай Ғәйнетдинов тырышлығы менән, ваҡытында яҙҙырылып, бөгөнгө көнгә ҡомартҡы, өлгө булып һаҡланып ҡалған. Уның тураһында сәсәнебеҙ, йыраусыбыҙ, аҡһаҡалыбыҙ Мәхәмәтйән Абдулла улы Ҡаҙаҡбаев үҙенең «Ер һәм йыр» китабында бына нимә тип яҙа: – «Әбеш ауылында шул хәтлем шәп ҡурайсы, йыраусы Дәүләтҡәле Хәсәнов йәшәне. Атайымдар уны бик яратты, бер мәжлестән дә ҡалдырманылар. Ул мәжлес йырсыһы ине. Ул уйнар алдынан ҡурайына ныҡ итеп бер өрөп алыр ине, тәндәр эҫеле-һыуыҡлы булып китер ине. Уйнар, йырлар, һуңынан тарихын һөйләр ине. Мин унан «Напален Бонапарт», «Муса Мортазин» көйҙәрен, «Йәнтилә ҡашҡа» маршын, «Мәғри» йырын отоп алдым».
Олоғайып, үҙ аллы йәшәүе ҡыйынлашҡас, 1978 йылда Мәмбәт ауылында йәшәгән ҡыҙҙары Раҡыяға күсеп баралар. Дәүләтҡәле Хәсәнов бик дини кеше була, аяттар уҡый, бик күп сүрәләрҙе яттан белә. Ошо уҡ ауылда, Раҡыя ҡыҙының ҡәҙер-хөрмәтендә, 1982 йылда мәшһүр ҡурайсыбыҙ вафат була.
Хәйбулла районы үҙенен оло шәхесе, халҡының талантлы, үҙенсәлекле, халыҡсан башҡарыусы ҡурайсыһы, йырсыһы менән хаҡлы рәүештә ғорурлана.