Бәхетле ҡартлыҡ кисереүсе хеҙмәт ветерандары Әнисә менән Сәлимйән Әминевтәр Хәйбулла районының Оло Әбеш ауылында йәшәй. Улар инде 56 йыл тормош һуҡмағынан ҡулға-ҡул тотоноп бергә атлай, ауылда иң өлгөлө һәм абруйлы ғаиләләрҙең береһе лә.
Йәнтеш ауылы ҡыҙы Әнисә менән Оло Әбеш ауылы егете Сәлимйәндең танышыуҙары ла осраҡлы ғына килеп сыға. Бәләбәй ҡалаһындағы киномеханиктар училищеһын тамамлап ҡайтҡан егет ауылда киномеханик булып эш башлай. Халыҡтың ул сағында көн һайын кино ҡарарға эркелеп килгән сағы, һәр кис Сәлимйән Әминев алып ҡайтҡан фильмды ҡарамайынса, берәү ҙә өйөнә ҡайтмай, йоҡларға ятмай. Шул кино күрһәткән саҡта Йәнтеш һылыуына күҙе төшә, аҙаҡ ҡыҙҙы оҙатып ҡуя.
– Хәйбулла һәм Йылайыр райондары ҡушылып, Матрай районы ҡоролған осор ине. Бер үҙем Яңы Петровка,Ҡыпсаҡ, Петропавловка, Ашиповка ауылдарында кино күрһәтәм. Эшем оҡшай, халыҡ клубҡа теләп йөрөй. Аҙаҡ үҙебеҙҙең ауыл Советына ҡайттым һәм кино күрһәтеү хеҙмәте тамамланғансы Оло Әбеш, Үрнәк, Һаҡмар-Наҙарғол, Оло һәм Бәләкәй Арыҫланғол ауылдарында киномеханик булып эшләнем. Район үҙәгенән кино таҫмаларын ат егеп ташыным, ауылдар буйлап фильм күрһәтеп йөрөнөм. Ҡар ҡалын йылдарҙа ат көрткә батып, йырып сыға алмаған саҡтар ҙа була торғайны. Ундай ваҡыттарҙа ҡырҙағы кәбән төптәрендә йоҡлап, иртәнсәк тағы ҡуҙғалыр булдыҡ. Бар ине эш тип янған саҡтар, – тип хәтерләй Сәлимйән Әхмәтбаҡый улы.
Уның һүҙҙәренә йәмәғәте Әнисә ханым да ҡушыла. “Ҡартым кино күрһәтте, мин аҡса йыйҙым, кассир булдым”, – ти ул.
1964 йылда йәштәр сәстәрен сәскә бәйләй. Өс көн йәшәп тә өлгөрмәйҙәр, кейәү егетен әрме сафына алып та китәләр. Өс көн генә бергә булып өлгөргән иремде өс йыл көттөм, тип шаяртырға ярата Әнисә Әминева. Әле генә ул мәлдәрҙе шаярыу ҡатыш иҫкә алалар, әммә ул ваҡытта йәш кәләш өсөн еңел булмай. Ҡайны-ҡәйнәһе, бикәс-ҡәйнештәре менән бәләкәй генә йортта бергә йәшәйҙәр. Бар ҡыуанысы – һөйөү тулы хаттар көн һайын Сәлимйәненән килеп тора, үҙе лә яуапты йыш яҙа. Ниһайәт, һөйгән йәре әрменән ҡайтҡас, йәштәр айырым йортҡа күсеп сыға, тормоштарын йәмләп, бер-бер артлы өс ҡыҙ һәм өс малай донъяға килә.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, Әминевтәр йорттарын шау сәскәгә күмеп, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә башлай. Әле уларҙың емеш-еләктәре уңған, сәскәләренең балҡып ултырған мәле. Алмағастары, виноград, сейәләре лә күҙҙе ҡыҙҙырып бешеп килә. Бер-береһенә терәк һәм кәрәк булып, балаларының ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәп ята Оло Әбеш ауылының хөрмәтле ағинәйе һәм аҡһаҡалы.
Тырыш хеҙмәттәре өсөн Сәлимйән Әхмәтбаҡый улы ике тапҡыр социалистик ярыш еңеүсеһе була, “Туғыҙынсы биш йыллыҡ ударнигы”, “Унынсы биш йыллыҡ ударнигы” билдәләре менән бүләкләнә, “СССР-ҙың кинематография отличнигы” тигән юғары исемгә лайыҡ була. Ғүмере буйы кассир булып эшләп, планын һәр саҡ арттырып үтәгән Әнисә Йәрмөхәмәт ҡыҙы ла бихисап Почет грамоталарына эйә. Шулай ҙа матур хеҙмәттәренең иң оло баһаһы – Айнур Асҡаровтың “Еңмеш” фильмында киномеханик ролен башҡарыуы, тип иҫәпләй Сәлимйән Әминев. Ғүмере буйы киномеханик һөнәренә тоғролоҡ һаҡлаған кеше кинола ла бар күңелен һалып уйнаған.
Бөгөн инде һигеҙенсе тиҫтәне ваҡлаған Әминевтәр, йәшлек дәртен, күңел хисен, йөрәк йылыһын юғалтмайынса, бер-береһенә терәк һәм кәрәк булып йәшәүҙәре менән бәхетле. Ҡартлыҡтағы бәхет – иң ҙурыһы, ти халыҡ. Тәрән хаҡлыҡ бар был фекерҙә.