Өфө ҡалаһынан ир кеше ҡотҡарыусыларға шылтыратып, улының бүлмәһендә тәҙрә төбөндә йылан йөрөүе тураһында әйтеп, ярҙам һорай.
Йыландың сағыу төҫө буйынса уның ағыулы булыу ихтималлығы тураһында хәбәр итә. Өфө ҡалаһының ҡотҡарыусылар отряды урынға сыға. Улар барып еткәндә йылан тәҙрә төбөнән ҡасҡан була, бик етди эҙләгәндән һуң уны шыптыр пакет эсенән табалар.
Был ваҡытта йорт хужаһы экзотик ҡунаҡтың эйәһен табыу маҡсатында күршеләрҙе йөрөп сыға. Әммә йыландың хужаһы табылмай.