Яңылыҡтар
1 Июня 2020, 06:26

1 июнь - Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө

..

Балам, балам, бал ғынам,
Шыйыҡ ҡына тал ғынам,
Бөтмәҫ мәшәҡәтең менән
Миңә барыбер ял ғынам.
Балам, һин балан ғынам,
Хуш еҫле ялан ғынам.
Илаһаң – ярам ғынам,
Көлгәндә - дауам ғынам.
Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.

Хөрмәтле ата-әсәйҙәр, ҡартатай-өләсәйҙәр һәм ҡәҙерле балалар! Һеҙҙе иң шатлыҡлы байрамдарҙың береһе – 1 июнь көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ!

Һәр ғаиләгә уңыш һәм бәхет, иман һәм шатлыҡ ҡына юлдаш булһын, балаларҙың шат тауышы тынмаһын!

Читайте нас