Яңылыҡтар
20 Апрель 2020, 11:45

Мәмбәт мәктәбендә математиканан һынау тоттолар

Дистанцион имтиханда йәмәғәт күҙәтеүсеһе булып һәр уҡыусының ата-әсәһе тәғәйенләнде. //

Мәмбәт мәктәбендә 9-сы класс уҡыусылары тарафынан математика фәненән репетицион имтихан үтте.
Имтиханға әҙерлек сентябрь айында уҡ башланһа ла, дистанцион репетицион имтихан биреүҙе бер кем дә уйлап та бирмәгәйне.
Бына бит "заман башҡа заң башҡа" тигән мәҡәлде бик урынлы ҡулланырға була.
Йәмәғәт күҙәтеүсеһе булып һәр уҡыусының ата-әсәһе тәғәйенләнде.
Улар имтихан барышында уҡыусыларға уңайлы мөхит булдырып, тәртип һаҡлап, оло яуаплылыҡ менән үҙ бурыстарын башҡарҙылар.
Читайте нас