Яңылыҡтар
20 Апрель 2020, 10:28

Ауылдарҙа патруль эшләй

Коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү маҡсатында район ауылдарында патруль ойошторола һәм үҙизоляция режимы контролдә тотола //#оставайтесьдома #нашазабота #мывместе #ЕРРБ #ЕРБашкортостан #ЕРМОХайбуллинскогоРайона #противCOVID19

Коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү маҡсатында район ауылдарында патруль ойошторола һәм үҙизоляция режимы контролдә тотола
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ауылдарҙа үҙ ирке менән ошондай эштәрҙе ойоштора. Улар һеҙ өйҙә ултырһын өсөн эшләйҙәр.
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көн һайын ололарға шылтыратып, хәлдәрен белешә һәм ярҙам тәҡдим итә. Улар коровирустың оло быуынға ниндәй хәүеф тыуҙырыуы һәм үҙизоляция режимын күҙәтеүҙең мөһимлеге тураһында иҫкәртәләр.
Бөтә Рәсәй буйынса дүртенсе аҙна үҙизоляция режимы бара. Өйҙән айырым осраҡтарҙа ғына сығырға тәҡдим ителә. Мәҫәлән, магазинға йәки махсус белешмә менән эшкә. Иркмәндәр патруль ваҡытында ауыл халҡына ошо хаҡта мәғлүмәттәр еткерә. Бынан тыш, хәүеф төркөмөнә ингәндәргә йорттарына аҙыҡ-түлек, медицина препараттары алып килеүҙә лә ярҙам ҡулы һуҙалар.
Читайте нас