Яңылыҡтар
20 Апрель 2020, 10:58

Ауылдарҙа эш күп

Республика ауыл хужалығы министрлығы яңы акцияға старт бирә //#населеработымного

Бөгөн Башҡортостандың агрокомплекс предприятиеларында эшсе кадрҙарға ихтияж 1,5 мең кешенән ашыу. Кем был вакансиялар тураһында һөйләй һәм эш шарттары менән таныштыра ала? Әлбиттә, эш биреүселәр үҙҙәре.
Шуға күрә Ауыл хужалығы министрлығы #населеработымного флешмобын башлай. Был алым эш эҙләгән республика халҡына ауылдарҙа ысынлап та эш булыуын күрһәтә аласаҡ.
Акция нигеҙендә аграр предприятиелар вәкилдәре #населеработымного хештеге менән мәғлүмәттәр бирә, вакансиялар, эш шарттары һәм льготалар тураһында һөйләй.
Был акцияға тәүгеләрҙән булып “Таврос” компанияһы ҡушылған. Улар “Башҡорт ит компанияһы” (һүрәттә) подразделениеһындағы актуаль вакансиялар тураһында мәғлүмәт бирә башлаған.
Читайте нас