Яңылыҡтар
19 Апрель 2020, 14:47

Төньяҡ-көнбайыш диалектын үҫтереү – берҙәмлекте нығытыуға юл

25 апрелдә бөтөн донъялағы милләттәштәребеҙ башҡорт теленән диктант яҙасаҡ.

25 апрелдә бөтөн донъялағы милләттәштәребеҙ башҡорт теленән диктант яҙасаҡ. Ошо хаҡта фекерен уртаҡлашыуын һорап, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡорт халҡының тарихы комиссияһы рәйесе, тарихсы Азат Ярмуллинға мөрәжәғәт иттек.
25 апрелдә үтәсәк был сарала башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында ла диктант яҙыу ҡаралған. Уҙған быуаттың 20-се йылдарында килеп тыуған проблеманы хәл итеүҙә тәүге аҙымдарҙың береһе был. Халҡыбыҙҙы туплау өсөн төньяҡ-көнбайыш диалектының ҡулланылыш даирәһен киңәйтеү - берҙән-бер юл. Башҡорт диалектын уҡыу процесына индерергә кәрәк. Бөгөн беҙҙең быуындың бурысы ошо яуаплы эш менән милләттең берҙәмлеген һаҡлап ҡалыу!"
Автор: Лариса Абдуллина
Читайте нас