Яңылыҡтар
19 Апреля 2020, 15:49

«Салауат Юлаев» виртуаль Гагарин кубогына эйә булды

*

Континенталь хоккей лигаһының рәсми сайты хәбәр итеүенсә, «Салауат Юлаев» хоккей командаһы виртуаль Гагарин кубогына эйә булды. Финал серияла Өфө хоккейсылары «Йокерит» клубын 4-0 иҫәбе менән ҡыйратты.
Быға тиклем «Салауат Юлаев» командаһы КХЛ-дың виртуаль плей офф уйындарында «Себер» һәм «Аҡ Барыҫ» клубтарын шулай уҡ 4:0 иҫәбе менән тар-мар иткән. Барлыҡ уйын һөҙөмтәләре социаль селтәрҙәрҙә көйәрмәндәрҙең тауыш биреүҙәре буйынса билдәләнгән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, коронавирус инфекцияһы таралыуына бәйле, плей-офф уйындарының беренсе этабынан һуң КХЛ миҙгелдең тамамланыуын иғлан итте, бынан һуң Гагарин кубогы өсөн виртуаль көрәш башланды.
фото:КХЛ
Читайте нас