Яңы Ергән ауылында билдәһеҙ кешеләр келәттең йоҙағын боҙоп, 20 тоҡ иген урлаған.
Хворостянка ауылында ла ошондай уҡ юл менән бер кешенең йортонан телевизорға һанлы приставканы алып сыҡҡандар.
Татыр-Үҙәк ауылында йәшәүсе граждан ҡарағай таҡталар һәм бурсаларҙы урлап китеүҙәре тураһында хәбәр иткән.
Өфө ауылында йәшәүсенең банк картаһын һәм аҡсаһын урлағандар.
Аҡъярҙа супермаркетта видеояҙмаларҙы ҡарап, спиртлы эсемлек урлау осрағы асыҡланған.
Материал Рәсәй Эске эштәр министрлығының Хәйбулла районы буйынса бүлеге мәғлүмәттәренән алынды