Полиция хеҙмәткәрҙәре һәм дружинниктар тарафынан ойошторолған рейд ваҡытында Аҡъярҙа иҫерек хәлдәге граждан туҡтатылған. Уның үҙизоляция режимында урамда йөрөүгә пропускы булмауы ла асыҡлана.
Район үҙәгендә бына ошондай осраҡтар булып тора, эскән кешеләрҙең битлектәр ҙә кеймәй урам буйлап иркен йөрөүе тураһында шылтыратыуҙар йыш була.
Садовыйҙа ла үҙизоляция режимын боҙоу осраҡтары билдәләнгән.
Атингән ауыл биләмәһендә Мәскәү ҡалаһынан ҡайтыусы, режимды боҙоп, автомашинала район үҙәгенә сыҡҡан.
Материал Рәсәй Эске эштәр министрлығының Хәйбулла районы бүлеге мәғлүмәттәренән алынды