Кәңәшмәлә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Республикала әле Коронавирус менән сирлеләрҙе дауалау өсөн махсус йоғошло ауырыуҙар дауаханаһы төҙөлә.Госпиталь 520 урынға иҫәпләнгән. Төҙөлөш май аҙағына тамамланырға тейеш. Президент менән элемтәгә ул төҙөлөш майҙансығынан сыҡты.