Хәйбулла хәбәрҙәре
+10 °С
Ясно
ВКонтакте
Одноклассники
МАКС
Баш
Рус
Яңылыҡтар
18 Апреля 2020, 12:12
Дистанцион уҡыу системаһына күсеүгә әҙер булмаған ғаиләләргә ярҙам күрһәтелә
..
Добавить в предпочтительные источники Google
Белем алыу өсөн компьютерҙары булмаған уҡыусыларға техника тапшырыла. «Берҙәм Рәсәй « фирҡәһе ойошторған акция сиктәрендә планшет, компьютерҙар тәү сиратта сығарылыш синыф уҡыусыларына юллана. Техник ярҙамды алыр өсөн ата-әсәләр мәктәп етәкселегенә мөрәжәғәт итергә тейеш. Теманы БСТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким дауам итә.
Коронавирус шарттарында ла белем алыу дауам итә, әммә компьютер аша онлайн режимда уҡыуға бөтәһе лә әҙер дәлил. Ҡатмарлыҡтарға юлыҡҡан ата-әсәләр мәктәп етәкселегенә мөрәжәғәт итеп мәсьәләне хәл итә ала.
«Берҙәм Рәсәй» фирҡәһе ойошторған ярҙамға тәүгеләрҙән булып Башҡорт дәүләт педагогия университеты ҡушылды. Мәғариф учреждениеһы техник ярҙамға мохтаж ғаиләләргә ун компьютер бүләк итте.
Компьютер, планшеттарға заявка бирер өсөн мәктәп етәкселегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Республиканың ҡала, райондарынан килгән ғаризалар буйынса мәғариф министрлығында исемлектәр төҙөлә.
Әйткәндәй, пандемия осоронда изге эштәргә һәр кем ҡушыла ала. «Өйҙә уҡырға ярҙам ит» акцияһы сиктәрендә техникаға мохтаж мәктәп уҡыусыларына ватыҡ булмаған планшет, компьютерҙарҙы тапшырырға була. Мәрхәмәтлек акцияһына тәүгеләрҙән булып БСТ каналы ла ҡушылды.
Флорида Ким.
Читайте нас
telegram
вк
дзен
ок
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"