«Кешеләр ас ултырмаҫҡа тейеш» — Башҡортостанда аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә бушлай аҙыҡ-түлек пакеттары тараталар
Республика 100 мең аҙыҡ-түлек йыйылмаһы әҙерләй. Бының өсөн Урал тау-металлургия компанияһы һәм Башҡортостан сода компанияһы 70 миллионов һум аҡса бүлгән. Һәр береһе 35 миллион һум.
Уларҙы балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә тараталар. Ундайҙар республикала 72 мең. Дүрт баланан ашыуыраҡ ғаиләгә икешәр йыйылма бирелә. Тәүге тапшырма 23 апрелгә тиклем була, ә 1 майға бөтә ғаиләләр ҙә ярҙам алырға тейеш.
— Кешеләр ас ултырырға тейеш түгел! Һәр береһенә барып етергә кәрәк, — тип билдәләне Радий Хәбиров. Ул пакеттарға Башҡортостанда етештерелгән аҙыҡ-түлек һалыуҙы һораны.