Мәғлүм булыуынса, һәр әҙәм үҙенең хис-тойғоларын кейеме аша асып һалырға тырыша. Милләттең дә йәшәйеше, көнкүреше, эске донъяһы – тышҡы ҡиәфәтендә сағылыш таба. Элек тап милли кейем ярҙамында, кешеләрҙең ниндәй халыҡтан икәнен билдәләп булған. Башҡорттарҙың рухи хазинаһы сигеү-нағышта, мәрйендән селтәрләп яһалған биҙәүестәрҙә, көмөшкә сүкеп һалынған биҙәктәрҙә сағылған. Һис шикһеҙ милли кейемдәр халҡыбыҙҙың тарихын, мәҙәниәтен байҡарға, уларҙы йәш быуынға тейешле кимәлдә еткерергә ярҙам итәсәк. Шунлыҡтан был яңы байрамдың әһәмиәте лә бик ҙур.