Янғын хәүефе тыуҙырған осор башланыр алдынан Башҡортостан урман хужалығы министрлығы һәм урмандарҙы янғындан һаҡлау буйынса республика үҙәге урмандарҙы авиация ярҙамында күҙәтеү эшен башланы. Был сара Владимир Путиндың май указында раҫланған “Экология” милли проектын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.
Авиация разведкаһы ярҙамында урман һәм башҡа категория ерҙәрендәге янғындар асыҡлана. Был мәғлүмәттәр Башҡортостан урман хужалығы министрлығына йүнәлтелә.
Әлеге ваҡытта республикала урман фонды территорияларында янғындар теркәлмәгән.
Урман янғындары булғанда йәки урман ҡануниәтен боҙоу осраҡтарында мәғлүмәтте 8 (347) 218-14-14 тәүлек әйләнәһенә эшләгән телефон номерына (Башҡортостан урман хужалығының төбәк диспетчер хеҙмәте) шылтыратырға кәрәк. Тағы ла 8-800-100-94-00 урманды һаҡлау тура линияһына шылтыратырға мөмкин.
БР Урман хужалығы министрлығы фотоһы.