Яңылыҡтар
15 Апреля 2020, 18:45

Һыуһаҡлағыста тормош гөрләй

Бәхеткә күрә, быйыл яҙғы һунар кисектерелде.//

Добавить в предпочтительные источники Google
Бөгөн бөтәбеҙҙең иғтибар үҙәгендә замана афәте -- коронавирус. Эйе, үҙизоляция йорттарға бикләнеп ултырырға мәжбүр итә, ауырыусылар һаны артыуына көйәләнәбеҙ.
Әммә тәбиғәт тә үҙенекен итә: тышта йәмле яҙ, үләндәр йәшәрә, йылы яҡтан ҡоштар ҡайта. Сәлимә Байгилдина фотообьективҡа Аҡъяр һыуһаҡлағысына төшкән ҡыр ҡоштарын төшөрөп алған.
Аҡҡоштар, ҡыр ҡаҙҙары, ҡыр өйрәктәре тауыштарынан тормош гөрләп тора бында.