Хәйбулла хәбәрҙәре
+22 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Баш
Рус
Яңылыҡтар
15 Апрель 2020, 18:09
Рәсәйҙә 9-сы кластар өсөн төп дәүләт имтихандары теҙмәһе проекты әҙерләнде
-
Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы, Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт туғыҙынсылар өсөн төп дәүләт имтихандары теҙмәһенең проектын әҙерләне. Уға ярашлы, төбәктәрҙә имтихандар 8 июндә башлана һәм июль аҙағына тиклем дауам итә.
«2020 йылда туғыҙынсы класты тамамлаусылар өсөн төп дәүләт имтиханы һәм дәүләт сығарылыш имтиханының төп осоро 8 июндән 31 июлгә тиклем уҙғарыла», — тип
хәбәр итте
«Интерфакс».
Бынан алда быйыл төп дәүләт имтиханы ике төп имтихан – рус теле һәм математика менән генә үткәрелеүе тураһында хәбәр ителгәйне. Туғыҙынсыларҙың һайлау буйынса имтихандары булмай.
http://www.bashinform.ru/news/1439277-v-rossii-podgotovili-proekt-raspisaniya-osnovnykh-gosekzamenov-dlya-9-go-klassa/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"