Башҡортостанда бер йәшлек сабый 7-се ҡаттан ҡолап төшөп үлгән
Фажиғә кисә Салауатта теркәлгән. Баланың ата-әсәһе өйҙә булған, ләкин ҡайһылыр мәлдә ул бүлмәлә ҡарауһыҙ ҡалған, тәҙрәгә барып һәм 7-се ҡаттан ҡолап төшкән. Ваҡиға урынына ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәре килеп еткән, ләкин сабыйҙы ҡотҡарып өлгөрмәгәндәр, ул дауаханала йән биргән.
Тәфтиш комитетында билдәләүҙәренсә, ғаилә һәйбәт.