Яңылыҡтар
13 Апреля 2020, 19:40

Водитель авария яһап, ваҡиға урынынан ҡасҡан

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре 14 йәшлек ҡыҙҙың кәүҙәһенә юлыҡҡан //

Добавить в предпочтительные источники Google
Бөгөн Кушнаренко районында Шәрип һәм Первушино ауылдары араһында бала үлеменә килтергән юл фажиғәһе теркәлгән.
Күҙаллауҙар буйынса, билдәһеҙ водитель ВАЗ-2106 автомобилендә түңкәрелгән. Ул машина эсендә үлгән баланың кәүҙәһен ҡалдырып, юл фажиғәһе урынынан ҡасҡан.
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре авария урынында 14 йәшлек үҫмерҙең кәүҙәһенә юлыҡҡан.
Инспекторҙар авария шаһиттарын эҙләй. Полицияға водитель тураһында мәғлүмәттәр еткереүегеҙ һорала.