Яңылыҡтар
14 Апрель 2020, 06:51

Пенсионер ишеген бикләргә онотҡан

Енәйәтсе был хәлде бик оҫта файҙаланған //

Сибай ҡалаһында 77 йәшлек инәй фатир ишеген эстән бикләргә онота. Ә енәйәтсе был хәлде бик оҫта файҙалана.
Оло йәштәге инәй ишек төбөндә эленгән сумкаһы менән бергә 8 мең һум аҡсаһы юғалғанын һиҙеп ҡала. Енәйәт урынында тикшереү оператив төркөмө эшләй.
Полиция фатир ишегенең асыҡ ҡалыуын билдәләй. Аҡса һалынған сумканы урлаусының да эҙенә төшәләр. Ул электән хөкөмгә тарттырылған 34 йәшлек ҡатын булып сыға. Уғры ғәйебен таный, урланған аҡсалар ҙа табыла.
Был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының мәғлүмәт хеҙмәте.
Читайте нас