Өфөлә уҙған аҙнала үҙизоляция индексы 0,4 балға түбәнәйгән (30 март — 5 апрель аҙнаһы менән сағыштырғанда), тип хәбәр иттеләр «Яндекс»та. Ҡала буйынса уртаса индекс 3,1 балл булған.
Был – миллионлы ҡалалар араһында һигеҙенсе һөҙөмтә. Иң юғары индекс Пермдә теркәлгән — 3,5, Краснодарҙа — 3,4, Омскиҙа — 3,2.