Яңылыҡтар
14 Апрель 2020, 13:32

Башҡортостанда ауырыуҙар һаны артты

14 апрелгә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда тағы ла 22 кешелә коронавирус асыҡланған. //

14 апрелгә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда тағы ла 22 кешелә коронавирус асыҡланған.
Шулай итеп, республикала 129 кеше коронавирус йоҡторған тип иҫәпләнә. Уларҙың 9-ы дауахананан сыҡҡан.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үлеүселәр һаны ла артҡан: тағы ла ике кешенең ғүмере өҙөлөп, вирустан мәрхүм булыусылар һаны 3-кә еткән.
Стокоронавирус.рф порталы хәбәр итеүенсә, бөгөн ил буйынса 21 102 кеше вирус йоҡторған. Уларҙың 1694-е шәбәйгән. 170 кеше үлгән.
Һуңғы тәүлектә Рәсәйҙә 2274 кешелә коронавирус раҫланған, 22 кеше был сирҙән баҡыйлыҡҡа күскән, 224 кеше һауыҡҡан.
"Өмет" гәзите сайтынан алынды
Автор : Язгөл Сафина
Сығанак: www.bashinform.ru
Фото: newsbash.ru
Читайте нас