Беҙ, волонтерҙар, “Берҙәм Рәсәй” партияһынан өлкән кешеләргә, ауыр томош юлында ҡалған кешеләргә ярҙам итеү маҡсатында, уларға ярҙам итеү тәртибенә өйрәнеү өсөн онлайн белем алдыҡ. Инәй-олатайҙарға, ғөмүмән мохтаждарҙың өйөнә үҙизоляция ваҡытында аҙыҡ-түлек, дарыу һәм башҡа кәрәк-яраҡтар алып барып тапшырасаҡбыҙ. Паникаға бирелмәйек, уяу, берҙәм булайыҡ.
Рәсәйҙә 43 меңдән ашыу йәш ҡыҙҙар һәм егеттәр «Беҙ бергә» акцияһына ҡушылып, өлкән йәштәгеләрҙе аҙыҡ-түлек, дарыуҙар менән тәьмин итергә ярҙам итә. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, көн һайын 5 - 6 мең кеше теләк белдереп, ғариза ҡалдыра.
Әйткәндәй,
мывместе2020.рф сайтында һәр кем үҙенең ярҙамын тәҡдим итә, яңылыҡтарҙы белә ала.
«Ҡыҙыу бәйләнеш» телефоны – 8 (800) 200-34-11.