Оператив район штабы ҡарары буйынса, коронавирус инфекцияһының таралыуына ҡаршы көрәш маҡсатында, “ҡыҙыу линия” телефондары эшләй башлай. Район халҡы, башҡа төбәктәрҙән ҡайтыусылар һәм район ҡунаҡтары үҙҙәренең ҡайтыуы йәки килеүе тураһында ошо телефондарға шылтыратып белдерә ала.
Бындай мәғлүмәт район кешеләренең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм сәләмәтлеген һаҡлау өсөн бөтә иҫкәртеү сараларын күреү өсөн дә кәрәк.
Районға ҡайтыусы граждандар тураһында мәғлүмәт 2-26-20, 2-11-51, 2-13-40 телефондары буйынса еткерә, шулай уҡ 89297553008, 89174711643 һандары буйынса (WhatsApp) СМС-хәбәр ебәрергә йәки ауыл биләмәләре хакимиәттәренә хәбәр итә алаһығыҙ.
Полиция хеҙмәткәрҙәре дружинниктар менән берлектә үҙизоляция режимын күҙәтеүҙе тәьмин итеүгә йүнәлтелгән рейдтар ойоштороуҙы дауам итә.
13 апрелгә ҡарата үҙизоляция режимын боҙоуҙың 22 осрағы асыҡланған.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: заман афәтенә ҡаршы бөтә тәҡдимдәр һәм сикләүҙәргә яуаплы ҡараған осраҡта коронавирусты ла тиҙерәк еңеп сығырбыҙ.
Муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәриповтың бәйләнештә төркөмөндәге шәхси сәхифәһенән алынды