Яңылыҡтар
13 Апрель 2020, 16:04

Сәсеү бара, тик кадрҙар етмәй

*

Нисек кенә ваҡыт тығыҙ булмаһын, Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәләрҙә ауыл хужалығы тармағын ситтә ҡалдырмайҙар. Айырыуса әле, сәсеү эштәре башланған саҡта. Был өлкәнең ни тиклем мөһим булыуы бөтәһенә лә аңлашыла.
Үткән ялдарҙа Дүртөйлө, Илеш, Миәкә, Шаран һәм Кушнаренко райондарының ауыл хужалығы предприятиелары яҙғы сәсеү эштәрен башлаған. Был турала Премьер-министр урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдерҙе. Дөйөм алғанда тағы 17 район эште башлаған.
Ҡышҡы культуралар хәле быйыл былтырғы менән сағыштырғанда күпкә яҡшыраҡ. Ауыл хужалығы предприятиелары минераль ашламалар һәм үҫемлектәрҙе һаҡлау сараларын ихтыяждың 61 процентын һатып алған. Был күрһәткестәр буйынса был юлы ла Саҡмағош, Бүздәк, Ауырғазы, Стәрлетамаҡ, Дәүләкән райондары алдынғылар рәтендә. 2020 йылда баҫыу эштәрен башҡарыу өсөн 80 мең тонна минераль ашламалар кәрәк.
Транспортҡа килгәндә, трактор һәм таҡтырғыстарҙың 67 проценты техник тикшереү үткән. Бында Архангел, Нуриман, Ҡариҙел, Әбйәлил, Йәрмәкәй, Саҡмағош райондары алдынғыларҙан.
2020 йылда яҙғы баҫыу эштәренә федераль һәм республика бюджеттарынан 1 миллиард 92 миллион һум аҡса йүнәлтеү күҙаллана.
Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, төп проблема – кадрҙар.
– Бөгөн эшсе кадрҙарға ҡытлыҡ бар, 1,5 меңдән ашыу кеше талап ителә. Шул иҫәптән 477 механизатор, 215 водитель, 101 үҫемлекселек белгесе, 184 малсы, 214 машина менән һауыу операторы, 186 комбайнер кәрәк. Шул уҡ ваҡытта предприятиелар мәшғүллек үҙәктәренә ни бары 688 ғариза ғына биргән. Яҙғы осор тармаҡ өсөн бик мөһим. Шуға күрә район хакимиәттәре башлыҡтарына һәм предприятие етәкселәренә был проблемаға иғтибар итергә һәм үҙәктәр аша кеше эҙләргә тәҡдим итәм. Бынан тыш ауыл хужалығы предприятиеларына ярҙам күрһәтеү маҡсатында миҙгел эштәренә эшһеҙҙәрҙе һәм вахта менән эшләгәндәрҙе йәлеп итергә йыйынабыҙ, – тине министр.
Бынан тыш, Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, баҫыу эштәренә аграр университет студенттарын йәлеп итеү мәсьәләһе лә ҡарала. Быйыл 800 өлкән курс студенттарын саҡырыу тураһында һүҙ бара.
Фото: bk-agidel.rbsmi.ru
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас