Яңылыҡтар
12 Апрель 2020, 06:45

Янғында 70 баш сусҡа үлгән

*

Кисә Яңауыл районының Ҡыҙыл Яр ауылында янғынға бәйле аяныслы хәл теркәлә. Көндөң икенсе яртыһында шәхси хужалыҡҡа “ҡыҙыл әтәс” тоҡана.
Ут тиҙ арала гаражды, һарайҙы ялмап ала. Һөҙөмтәлә 70 баш сусҡа һәләк була, “Хендай Солярис” һәм “Шевроле Нива” автомашиналары, комбайн, трактор ҙур зыян күрә.
47 йәшлек йорт хужаһы мөлкәтен нисек тә һаҡлап ҡалырға тырыша, шунлыҡтан тәненең бер аҙ өлөшө янғындан зыян күрә. Ярҙам итергә килгән күршеһенең дә ҡулдары бешә.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, зыян күргәндәргә медицина ярҙамы күрһәтелә, аҙаҡ улар өйҙәренә ҡайтарыла. Ҡотҡарыусыларға янғынды тулыһынса һүндереү өсөн сәғәттән ашыу ваҡыт китә. Ут сығыу сәбәптәрен асыҡлау маҡсатында фажиғә булған урында тәүтикшереүселәр эшләй.
Янғындан һаҡ булайыҡ, ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәйек!
Фото: "Башинформ".
Автор: Карима Усманова
Читайте нас