Хәйбулла районының Бәләкәй Арыҫланғол ауылы янынан борғоланып аҡҡан Һаҡмар йылғаһында быйыл боҙ китеү күҙәтелмәгән тиһәң дә була. Вәзәмдәр һөйләүенсә, ҡыш йылы тороу сәбәпле, боҙ йоҡа булған, шуға күрә лә ул тиҙ генә ирегән.
"Йәйгеһен Һаҡмарҙа рәхәтләнеп һыу инәбеҙ, балыҡ тотабыҙ, ҡош-ҡорт үрсетеү өсөн дә отошло. Быйыл йылғабыҙ әллә ни ташманы, шулай ҙа бик шомло аға", - ти танышым күңелһеҙ генә. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, ҡасандыр хатта боҙ тығылыу осраҡтары ла теркәлгән, һыуҙың ныҡ күтәрелеп, күперҙе саҡ ағыҙып алып китмәгән саҡтары ла булған. Ә хәҙер...