“Июнь башында Рәсәйҙә коронавирус эпидемияһы тамамланыу күҙаллана”,-- ти Рәсәй инфекционисы, Роспотребнадзор эпидемиологияһының үҙәк фәнни-тикшеренеү институты директоры советнигы, Рәсәй фәндәр академияһы академигы Виктор Малеев.
"Инфекционист, Рәсәй фәндәр академияһы академигы Виктор Малеев коронавирус эпидемияһы июнь башында тамамланасаҡ тип күҙаллай",- тип яҙа РИА яңылыҡтар. Академик бөтәһе лә рәсәйлеләрҙең үҙизоляция режимын һәм башҡа хөкүмәттең коронавирусты бөтөрөү буйынса кәңәштәрен күҙәтеүенән тороуына ышана. Шулай уҡ эксперт әгәр табиптар етди хаталар ебәрмәһә, был күҙаллауҙар тормошҡа ашасағын билдәләй. Шулай ҙа ул граждандар дисциплинаһын һыҙыҡ өҫтөнә ала.