Яңылыҡтар
11 Апрель 2020, 08:02

Тиҙҙән... Гүзәл Уразованың һуғандары өлгөрөр

*

Тамашасыларҙың яратҡан йырсыһы ял көндәрендә теплицала булышҡан.
Күптәр артистарҙы сәхнәлә йырлап ҡына йөрөй, йә иһә яңы көйҙәр өйрәнеп өйҙә генә ултыра, тип уйлай.
Баҡтиһәң, улар ҙа баҡсала эшләргә ярата икән. Мәҫәлән, күптәрҙең кумирына әйләнгән йырсы Гүзәл Уразова ла үҙ-үҙеңде изоляциялау ваҡытын юҡҡа үткәрмәгән, йорто янындағы теплицаһына һуғандар төртөп сыҡҡан.
“Миҙгел башланды. Теплицала йылы. Ултырттым әле, ашҡа һалырға йәшел һуған булыр, тиҙ үҫә бит. Йәй еткәнсе ашай торорбоҙ. Аҙаҡ ҡыяр, помидор ултыртаһы бар”, - тип үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙған.
Фото: йырсының шәхси архивынан.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас