Яңылыҡтар
10 Апрель 2020, 20:35

Районда “Беҙҙең хәстәрлек” проекты волонтерҙары үҙизоляцияла булғандарға ярҙам итә

Ирекмән Филүзә Ишемғолова шәхси машинаһында ололарға ярҙам ҡулы һуҙа //#ЕРРБ #ЕРБашкортостан#ЕРМОХайбуллинскогоРайона#МыВместе#НашаЗабота#СтопКоронавирус#ВолонтёрыХайбуллинскогоРайона

Ирекмәндәргә район ауылдары буйынса оло йәштәгеләрҙең йорттарына аҙыҡ-түлек, дарыуҙар, көнкүреш кәрәк-яраҡтары килтереп, ярҙам күрһәтеү бер ни түгел. Улар оло быуындың ҡыуанысынан үҙҙәре шатлыҡ кисерә.
Бөгөн ирекмәндәр Илнур Мәмбәтов һәм Миңлегөл Ғафарова үҙ машиналарында Аҡъяр һәм Бүребай ауылдарында оло быуынға ярҙам ҡулы һуҙҙы.
Кемдәрҙең мөмкинлеге бар, һәр кем ирекмән була ала.
Әгәр ярҙам кәрәкһә йәки ирекмәндәр отрядын тулыландырырға теләһәгеҙ 8-800-201-89-03, 8-929-755-30-08 телефондарына шылтырата алаһығыҙ.
Читайте нас