Яңылыҡтар
11 Апрель 2020, 07:55

Нимә генә булды һуң, Илшат?..

*

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 36 йәшлек Илшат Йәрмөхәмәтовты 9 марттан алып эҙләйҙәр ине. Уны тапҡандар, тик...
Ҡырмыҫҡалы районының Ҡыйышҡы ауылы кешеһе өйөнән сығып китеп ғәйеп булғайны. Яҡындары Илшатты эҙләп табыуҙа ярҙам һорап башта – полицияға, аҙаҡ ирекмәндәргә мөрәжәғәт иткәйне.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эҙләүҙә булған ир үле килеш табылған. “Лиза Алерт” эҙләү отряды ирекмәндәре мәғлүмәттәрендә ҡарағанда, уны һуңғы тапҡыр Ҡырмыҫҡалы районының Яңы Ҡыйышҡы ауылында күргәндәр. Ирҙең яҡындарының ҙур ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: “Лиза Алерт”.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас