Яңылыҡтар
11 Апрель 2020, 15:29

Бер төпсөктән күп бәлә

Һамар ауылы янында ҡоро үлән яна //

Яҙ етеү менән кеше вайымһыҙлығы менән тәбиғәткә ҙур зыян килтерелә. Апрель яңы башланды, ә янғын осраҡтары теркәлә лә башланды.
Бөгөн Ишмөхәмәт (бөткән ауыл) һәм Һамар ауылдары араһында һүндерелмәгән тәмәке төпсөгө арҡаһында ҡоро үлән янып киткән. Бөгөнгө кеүек елле көндә ул айырыуса хәүефле, һә тигәнсе ҙур майҙанға таралып китеүе ихтимал.
Һаҡ булығыҙ, ҡоро үләнде яҡмағыҙ, тәбиғәткә аяу булайыҡ.

Читайте нас