Яңылыҡтар
11 Апрель 2020, 14:53

349 онлайн дәрес үткәрелде

Районда дистанцияла уҡытыуҙың бишенсе көнө тамамланды. //

Белем биреүҙең бындай формаһы уҡытыусылар өсөн дә, уҡыусылар өсөн дә яңы. Шуға ҡарамаҫтан, уҡыусылар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән белем ала.
Skype, Zoom сервистарын файҙаланып, 349 онлайн-дәрес үткәрелгән. Бынан тыш, Яндекс.учебник, Якласс, инфоурок платформалары файҙаланған, 174 бала ҡағыҙ кейстар алған.
Ата-әсәләр ҙә ситтә ҡалмай: улар балаларына онлайн дәрестәрҙе өйрәнеүҙә ярҙам итә, #учимсявместе республика флешмобында ҡатнашалар.
Район дөйөм белем биреү учреждениелары менән бер рәттән өҫтәмә белем биреү учреждениелары ла дистанцияла эшләй. Балалар онлайн режимда спорт, бейеү, ҡул эштәре менән шөғөлләнә.
Читайте нас