Яңылыҡтар
10 Апрель 2020, 18:13

Юлға сығырға рөхсәтең бармы?

*

Башҡортостанда doroga02.ru порталы эшләй башланы. Уның ярҙамында республика халҡы ғәмәлдәге үҙ-үҙеңде изоляциялау шарттарында шәхси транспортта юл йөрөүгә рөхсәт алыу мөмкинлегенә эйә.

Иң элек граждандар порталда теркәлергә, йәшәгән урынын һәм автомобиль номерын, шулай уҡ сәфәрҙең маҡсатын күрһәтергә тейеш. Рөхсәтте юл инспекторына күрһәтеү өсөн ҡағыҙға баҫтырырға йәки электрон төрҙә һаҡларға була. Көнөнә бер тапҡыр 90 минут юл йөрөү рөхсәт ителә.

Порталда шулай уҡ шәхси автомобилдә өйҙән сығыуға пропуск алыу йәһәтенән ентекле кәңәштәр бирелгән. ЮХХДИ инспекторҙары өсөн ғәмәлдәр планы, водителдәрҙе тикшереү саралары күрһә­телгән.

Юл йөрөү рөхсәт ителгән 11 осраҡ:
– яҡын туғандарҙың сабыйы тыуыу;

– яҡын туғаныңдың вафат булыуы;

– икенсе биләмәнән өйгә ҡайтыу;

– яҡын туғандарға дарыу, аҙыҡ-түлек йәки башҡа тәүге кәрәк-яраҡты алып барыу;

– ауыр сирле йәки ярҙамға мохтаж яҡын туғандарҙы ҡарау;

– алдан яҙылыу буйынса поликлиникаға йәки дауаха­наға барыу;

– күп йүнәлешле үҙәккә мөрәжәғәт итеү;

– банктарға һәм башҡа финанс ойошмаларға мөрәжәғәт итеү;

– элемтә салонына мөрәжә­ғәт итеү;

– үҙең етештергән аҙыҡ-түлекте һатыу;

– 10 апрелдән баҡсаға һәм дачаға барырға рөхсәт ителә.
Автор: Лилиә Дәүләтбәкова
Читайте нас