Күрше Свердловск өлкәһенең Артемовский полиция участогына борсолоп бер ҡатын шылтырата. Ул Буланаш ҡасабаһында йәшәгән туғанының, ҡатынын, 10, 8 һәм 4 йәшлек өс балаһын алып, урманға китеүен, һәм әйләнеп ҡайтмауҙарын хәбәр итә. Эҙләүгә полиция хеҙмәткәрҙәре ашыға. Ғаиләне урмансы ярҙамында тиҙ табалар.
Ғаилә башлығы белдереүенсә, урманда йәшәп улар ғаиләһе менән коронавирустан ҡасып ҡотолорға уйлаған. Үҙҙәре менән кәрәк-яраҡ, аҙыҡ-түлек, кеҫә телефоны алғандар, бесәйҙәрен дә эйәрткәндәр. Шулай ҙа ашарға бөтһә, ҡасабаға ҡайтҡылап торорға уйҙары ла булған. Улар ҡарурманда тәүлек буйы йөрөгәндәр. Балалар асыҡ һауала ботаҡтар өҫтөндә йоҡлаған, алып килгән нәмәләр менән тамаҡ ялғағандар.
Полиция ғаиләне участокка алып килә. Унда табиптар тикшереү үткәрә. Бер балаға талпан ҡаҙалғанлығы асыҡлана. Әле сабыйҙар социаль ярҙам үҙәгендә. Шуныһы билдәле: ғаилә быға тиклем бер ерҙә лә иҫәптә тормаған. Ата-әсәгә хәҙер был хикмәтле ҡылыҡтары өсөн штраф янай. Ярай әле туғандары саң һуҡҡан, юғиһә был хәлдең ни менән бөтөрөн күҙ алдына килтереү ҡурҡыныс.