Владимир Путин коронавирус инфекцияһын йоҡтороусы пациенттар менән эшләүсе табиптарға киләһе өс айға өҫтәмә эш хаҡы булдырҙы. Табиптарға айына ‒ 80000 һум , шәфҡәт туташтарына ‒ 50000 һум, санитарҙарға 25000 һум өҫтәп түләнәсәк.
Тиҙ ярҙам бригадалары өсөн дә түләүҙәр булдырылған. Ундағы табиптар ‒ 50 000 һум, фельдшер һәм шәфҡәт туташтары 25 000 һум өҫтәмә аҡса аласаҡ.
Автор: Гөлшат Ҡаһарманова.