Башҡортостандың Федераль почта элемтәһе идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был айҙа почтальондар пенсияны графиктан алдараҡ, 15 апрелгә тиклем тарата.
Әгәр почтальон килгәндә хужа өйҙә булмаһа, пенсияны ҡайтанан алып килеүгә ғаризаны 22 апрелгә тиклем яҙырға мөмкин. Әле пенсияны, йәкшәмбенән тыш, көн һайын тараталар. Халыҡҡа бындай хеҙмәт күрһәткән берҙән-бер ойошма булараҡ, Рәсәй почтаһы ҡатмарлы эпидемиологик хәлдә өлкәндәр өйҙә ҡалһын өсөн шарттар тыуҙырырға тырыша.
“Башинформ” хәбәр итеүенсә, апрелдә пенсиялар, шулай уҡ башҡа түләүҙәр уларҙы әлегә тиклем почта бүлексәләренән алғандарға ла өйгә килтерелә.
Республикала дүрт меңдән ашыу почтальон иҫәпләнә һәм уларҙың барыһы ла үҙаллы изоляция осоронда махсус кейемдә эшләргә тейеш. Йорт хужалары менән тура бәйләнешкә ингән хеҙмәткәрҙәр үҙҙәренең дә, яҡташтарының да сәләмәтлеге хаҡында уйларға бурыслы.
-Пандемия хәүефе янаған осраҡта ла тормош туҡтап ҡалмай, өлкәндәргә пенсия таратып, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәрҙе үткәрергә кәрәк. Пенсия таратыусыларҙың һәммәһе лә махсус кейемдә эшләргә мәжбүр, сөнки уларҙы һаҡланыу саралары күрелә. Әлбиттә, махсус кейемдә эшләү почта хеҙмәткәрҙәре өсөн ғәҙәти булмаған күренеш. Аҡ костюмда эҫе, тын алдырмай, өйҙәр буйынса йөрөп сыҡҡансы тирләп-бешеп сығалар. Күбеһенсә яңы аҡсалар таратыла, араларында иҫкеләре лә бар, әммә улар даими эшкәртелә. Почта кассаларына ла икешәр кешенән артыҡ индерелмәй. Ҡалғандар коридорҙа үҙ сиратын көтә. Хеҙмәтләндереүгә үткәрелгән ике клиенттың араһы ла 1,5 метр булырға тейеш. Бының өсөн махсус билдәләр ҡуйылған, - ти Аҡъяр почта бәйләнеше бүлексәһе начальнигы Миңзәлә Игитбашян.
Район ауылдарында йәшәүселәр почтальондарҙы көтөп ала, әммә өлкән йәштәгеләрҙе хеҙмәтләндереү хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлеүен талап итә. Район үҙәгенән килгән почта хеҙмәткәрҙәре документтарҙы метр ярым алыҫлыҡта тапшыра. Ихатаға инер алдынан ҡулдар антисептик менән таҙартыла.
Почтала 15 йыл эшләйем, илебеҙҙә барған пандемия менән бәйле бындай махсус кейемдә тәүге тапҡыр пенсия таратырға тура килә. Башта ҡыйыныраҡ ине, әле өйрәндек. Битлектә, бирсәткәлә йөрөйбөҙ, үҙебеҙ менән антисептиктар ҙа алабыҙ, йәғни вирустан һаҡланыу саралары менән тулыһынса тәьмин ителгәнбеҙ. Пенсионерҙарға яҡын бармайбыҙ, улар ҙа беҙҙе битлектә ҡаршы алып, шулай уҡ аралыҡты күҙәтә. Был айҙа 15 апрелгә тиклем, графиктан алдараҡ таратып бөтөргә кәрәк булғас, көн һайын 6-7 ауылда пенсия таратабыҙ. Өйҙә булмағандарҙың пенсияһын үҙҙәренең почта бүлексәһенә ҡалдырабыҙ,- ти пенсия таратыу буйынса почтальон Лилиә Әминева. Эйе, почтальондар изоляция осоронда һаҡланыу саралары мөһим тигән фекерҙә. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре теүәл үтәлгәндә яҡшы хәбәрҙәр яҙылған хаттар ҙа, ғәҙәти көндәр ҙә тиҙерәк әйләнеп ҡайтыр тигән өмөт уята.