Хәйбулла хәбәрҙәре
+29 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Баш
Рус
Яңылыҡтар
10 Апрель 2020, 18:34
Эшһеҙ ҡалғандар ярҙамһыҙ ҡалмаҫҡа тейеш
*
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы, 2020 йылдың 1 мартынан һуң эшен юғалтҡан кешеләр эшһеҙлек буйынса мөмкин тиклем ҙурыраҡ күләмдә пособие аласаҡ. Был турала төбәктә коронавирус сиренең таралыуына ҡаршы эш итеү буйынса оператив штаб ултырышында вице-премьер – ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдерҙе.
Уның әйтеүенсә, эшһеҙ сифатында онлайн тәртибендә теркәлергә һәм иҫәпкә торорға мөмкин.
– Мәшғүллек хеҙмәтенә барып, күмәкләп йыйылыуҙың кәрәге юҡ, – тине ул.
Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Президенты халыҡҡа мөрәжәғәтендә социаль ярҙам күрһәтеү буйынса өҫтәмә саралар тураһында әйткәйне. Мәҫәлән, бала тәрбиәләгән һәм 1 марттан һуң эшһеҙ тип танылған граждандарға өҫтәмә аҡса – бәлиғ булмаған һәр балаға өсәр мең һум түләнә. Әсәлек капиталына хоҡуҡлы ғаиләләр апрель, май, июндә ай һайын бишәр мең һум ала. Өс йәштән ете йәшкә тиклемге балалары булған, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә лә түләүҙәр буйынса шарт үҙгәрҙе: хәҙер бындай ғаиләнең килемен иҫәпләгәндә 1 марттан һуң эшен юғалтҡан ағзаларҙың эш хаҡы иҫәпкә алынмай.
– Хәҙерге шарттарҙа иң төп нормаларҙың береһе – эшһеҙлек буйынса пособиены мөмкин тиклем ҙурыраҡ күләмдә түләү. Был бик ваҡытлы сара, – тине Радий Хәбиров.
Фото: glavarb.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Esh-e--al-andar-yar-am-i--alma-a-teyesh-211505/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"