Яңылыҡтар
9 Апрель 2020, 06:37

Юлбарыҫ ауылында "Коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш" темаһына конкурс иғлан ителде

*

Ябай ғына ҡағиҙәләрҙе иҫкәртеп үтеү, бер ҙә артыҡ булмаҫ, тип уйлайым. Белеүебеҙсә, коронавирусҡа ҡаршы көрәш ошо ҡағиҙәләрҙе үтәүҙән башлана.
* Ҡулығыҙҙы йышыраҡ һабын менән йыуығыҙ!
* Йүткергәндә һәм сөскөргәндә ауыҙығыҙҙы салфетка менән ҡаплағыҙ!
* Битегеҙгә бысраҡ ҡулдар менән ҡағылмағыҙ!
* Күмәк кеше янында йөрөмәгеҙ, алыҫ юлға сыҡмағыҙ!
* Урамға сығыр алдынан битлек кейегеҙ!
* Бүлмәләрҙе йыш елләтеп, һыулы сепрәк менән һөртөп тороғоҙ!
Ошо ҡағиҙәләрҙе тейешенсә үтәһәк кенә, был ауырыуҙы еңеп сыға аласаҡбыҙ.

Хөрмәтле дуҫтар! Ялдар нисек үтә? Көндәлек эштәрҙән арыманығыҙмы? Әйҙәгеҙ, карантин көндәрендә беҙҙең менән дә булығыҙ. Өйҙәге ваҡытыбыҙҙы файҙалы һәм күңелле итеп үткәрәйек. Һәм һеҙҙе, хөрмәтле дуҫтар, конкурста ҡатнашырға саҡырабыҙ!
"Коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш" темаһына төшөрөлгән һүрәттәр көтөп ҡалабыҙ!
Конкурстың шарттары:
Һүрәттәр эшләп, беҙҙең төркөмгә ебәрергә.
Конкурста ҡатнашыусының йәш айырмаһы юҡ.
Читайте нас