Ирекмәндәр һәр ваҡыт ярҙамға килә
Хәйбулла районында “Беҙҙең хәстәрлек” проекты ирекмәндәре үҙизоляцияла булғандарға ярҙам ҡулы һуҙа.
Хәҙер сәләмәтлегеңде хәстәрләп, үҙизоляция режимын ҡәтғи күҙәтеү мөһим. Шул уҡ ваҡытта өйҙән сығып, магазинға бара алмаған пенсионерҙарға һәм оло быуынға ярҙам итеү ҙә әһәмиәтле эш.
Ирекмәндәр үҙ өҫтөнә алған бурысты ҙур яуаплылыҡ менән башҡара. Көнөнә бер нисә адрес буйынса аҙыҡ-түлек, көндәлек көнкүреш әйберҙәрен пенсионерҙарҙың йорттарына алып килеп бирәләр. Иң ҙур награда—оло быуындың ҡыуанысын күреү.
Бөгөн Әнисә Данилова, Айтуған Усманов, Ләйсән Яруллина, Әлфиз Ғәзизов, Гүзәл Ураҡовалар үҙҙәренең шәхси автомобилендә Маҡан, Мәмбәт, Бакаловка, Вәлит ауылдарында ололарға ярҙам ҡулы һуҙҙы.
Һәр кем волонтер була ала. Һин дә “Беҙҙең хәстәрлек” проектына ҡушыл!