Яңылыҡтар
9 Апреля 2020, 09:53

Ғаилә хеҙмәте белгестәре оло быуын вәкилдәренә һаҡланыу саралары йыйылмаһын әҙерләнеләр

*

Добавить в предпочтительные источники Google
Хәйбулла районы ғаилә хеҙмәте белгестәре үҙ аллы изоляция осоронда ҡул ҡаушырып ултырмайҙар, улар үҙ башланғысы менән районда йәшәүсе оло быуын вәкилдәре өсөн битлектәр тектеләр һәм шәхсән һаҡланыу саралары йыйылмаларын әҙерләнеләр. Оло йәштәгеләргә был йыйылмаларҙы “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Беҙҙең хәстәрлек” ойошмаһы ирекмәндәре таратасаҡ.