Яңылыҡтар
7 Апрель 2020, 19:14

Вице-премьер халыҡҡа ҡымыҙ эсергә һәм башҡорт балы ашарға тәҡдим итте

"Башҡортостанда етештерелгән аҙыҡтарҙы ҡулланырға кәрәк. Улар иммунитетты күтәрә”, --тине Илшат Фәзрахманов.

Вице-премьер халыҡҡа ҡымыҙ эсергә һәм башҡорт балы ашарға тәҡдим итте
Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры—ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов имбиргә ҙур суммала хаҡ артыуына үҙ фекерен белдереп, халыҡҡа ҡымыҙ эсергә һәм башҡорт балы ашарға кәңәш бирҙе.
Имбирҙең килограмы 350 һумдан 5000 һумғаса артты. Был тамыр коронавирустан ҡотҡара ала тип, халыҡ уны магазиндарҙан тиҙ арала һатып алып бөттө.
“Башҡорт балы, ҡымыҙ һәм һөт продукттары күпкә файҙалыраҡ. Балдан прополис һәм башҡа продукттар бар. Башҡортостанда етештерелгән аҙыҡтарҙы ҡулланырға кәрәк. Улар иммунитетты күтәрә”, --тине Илшат Фәзрахманов
Читайте нас