Бынан алда «Башинформ» республикала ҡыҙыҡлы туристик объекттарға илткән
108 күрһәткес ҡуйыу планлаштырылыуын хәбәр иткәйне. Исемлектә популяр объекттар ҙа, аҙ билдәле, мәҫәлән, ҡыҙыҡлы музейҙар һәм ҡорамдар ҙа бар. Күрһәткестәр федераль, төбәк трассаларында һәм урындағы әһәмиәткә эйә юлдарҙа ҡуйыла. Объекттар араһында – Шүлгәнташ мәмерйәһе, Ирәмәл тауы, Ар ташы, Нөгөш һәм Йомағужа һыу һаҡлағыстары, «Башҡортостан» милли паркы һәм башҡалар.