«Коронавирус инфекцияһы раҫланған пациенттар менән туранан-тура эшләгән табиптар өсөн ошондай түләү – айына 80 мең һум. Урта медицина персоналына – фельдшерҙарға, шәфҡәт туташтарына – 50 мең һум. Кесе медицина персоналына — 25 мең һум. Коронавирус йоҡторғандар менән эшләгән ашығыс ярҙам табиптарына килгәндә, уларға айына 50 мең һум түләнә. Фельдшерҙар, шәфҡәт туташтары һәм водителдәр – 25 мең һум», — тине дәүләт башлығы.
Бынан алда Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһы менән сирләгәндәргә ярҙам күрһәткән табиптарға өҫтәмә түләү тураһындағы указға ҡул ҡуйғайны. Урта медперсоналына өҫтәмә — 15 мең, кесе медперсоналға — 5 мең һум. Юғары белемле хеҙмәткәрҙәргә — 25 мең.