Рәсәй Президенты Владимир Путин Рәсәйҙең коронавирус пандемияһын минималь көс һалыу менән үтә алыуын белдерҙе. Бының өсөн ойошҡанлы эш итергә, тәртип һаҡларға кәрәк.
Дәүләт башлығы һүҙҙәренә ҡарағанда, хәл ябай булмаһа ла, “өмөтһөҙ түгел”. “Әгәр ҙә ойошҡанлы һәм дисциплиналы эш итһәк, илебеҙ яҙмышындағы был ябай булмаған этапты минималь юғалтыуҙар менән уҙасаҡбыҙ”, - тине Путин.
Президент кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы власҡа илдә коронавирустың таралыуын профилактикалау саралары буйынса һөҙөмтәле ҡарарҙар ҡабул итергә мөмкинлек биргән тәҡдимдәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Ул шулай уҡ коронавирусҡа ҡаршы көрәштә башҡаларҙың хаталарын ҡабатламаҫҡа саҡырҙы.
Фото: РФ Президенты Хакимиәте мәғлүмәт хеҙмәтенән.