

Был һорауға яуапты Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров биргән. Баҡһаң, баш ҡалабыҙ етенсе урын алған. Был яҡшымы, әллә бигүк түгелме?
Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙыуынса, беҙҙән алда Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Түбәнге Новгород, Дондағы Ростов һәм Екатеринбург бар. Ярайһы билдәле ҡалалар. Беҙҙең уларҙың алдына сығыу өсөн дә шарттарыбыҙ булһын ине.
Бынан тыш, республиканың тағы алты ҡалаһы яҡшы мөхитле ҡала тип табылған. Улар: Дүртөйлө, Сибай, Ағиҙел, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Бәләбәй.
Сифат индексы байтаҡ күрһәткес буйынса иҫәпләнә. Быға хәүефһеҙлек тә, экология торошо ла, идара итеү һөҙөмтәлелеге лә инә.
“Нам есть куда расти. Но само по себе попадание в этот рейтинг говорит о том, что в нашей республике - современные, развитые и комфортные для жизни города. Будем и дальше развивать их”, - тип яҙған Радий Хәбиров.
Әлбиттә, беҙгә ҡалаларҙы үҫтерергә кәрәк. Илдә “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” тигән милли проект юҡҡа ғына ғәмәлгә ашырылмай бит.
Фото: vk.com
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолов