Коронавирус буйынса брифингта Анна Казак белдереүенсә, балалар менән тышҡа сығырға мөмкин һәм кәрәк. Ләкин бының өсөн һаҡлыҡ сараларын үтәү: баланы һауа торошона ҡарап кейендереү, башҡа ғаиләләрҙән 1,5-2 метр алыҫлыҡта йөрөтөү, йорттан 150 метрҙан йыраҡҡараҡ китмәү зарур. Битлек кейергә кәрәкмәй.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин да уның һүҙҙәрен хупланы.
Ләкин бының Башҡортостан Башлығының юғары әҙерлек режимы тураһында Указы менән нисек тура килеүе әлегә аңлашылмай - тәүҙә сүп-сар түгергә, эт менән йөрөргә, магазинға, поликлиникаға йәки эшкә барырға рөхсәт ителгәйне. Башҡа осраҡтарҙа халыҡҡа өйҙә ултырырға кәңәш бирелде.
Әгәр бала менән тышҡа сығырға йыйынһағыҙ, балалар майҙансыҡтарына бармағыҙ, сөнки вирус бик оҙаҡ (72 сәғәткә тиклем) йәшәй. Үҙегеҙҙе һәм балаларығыҙҙы һаҡлағыҙ!
+22 °С
Болотло



